«

»

Янв 22 2022

ППМИ- 2022

Ҙур ышаныс  һәм өмөт менән,Ҡаңны-Төркәй ауыл халҡы ла ,,Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү,,  программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе.

21 ғинуарҙа үткән дөйөм йыйылышта ауыл хәкимиәте башлығы Ғәли Барый улы Шәғәлиев халыҡты ППМИ шаррттары менән таныштырып үтте. Был йыйылышта ауылдаштар бер тауыштан ,,Һыу башняһына капиталь ремонт үткәрергә,, тигән тәҡдим керетте. Ауыл халҡы өсөн һыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Сөнки һыу – йәшәү сығанағы. Һыуһыҙ мал аҫырап та, баҡса үҫтереп тә, ғөмүмән, бер нәмә лә эшләп булмай. Бынан алдағы йыйылыштарҙа ла халыҡ  һыу мәсьәләһен даими күтәрә килде. 2005 йылдарҙа һалынған һыу үткәргес күптән иҫкергән, торбалар серегән, әле бер урындан, әле икенсе урындан тишелеп сыға. Уларҙы ремоньлау өсөн бик күп сығымдар талап ителә. Ә инде бигерәк тә эҫе йәй көндәрен дә был һыу үткәргес системаһы халыҡты тейешенсә һыу менән тәъмин итеп бөтә алмай, өҫкө урамдар һыуға интегә. Һуңғы йылдарҙа Таллыкүл ауылындағы һыу үткәргес башняһына тоташтырғайнылар. Был да бик күп сығымдар талап итте. Шуның өсөн Ҡаңны-Төркәй ауыл халҡы йомғаҡлау йыйылышында, инициатив төркөм һайлап, анкеталаштырыу үткәреп ,,ППМИ –ла,, ҡатнашырға булды.

Проекттың дөйөм хаҡы – 1487 330 һум тәшкил итә. Әгәр конкурста еңеп сыҡһаҡ, проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында республика бюджетынан 1 миллион һумға тиклем аҡса бүленәсәк. Ҡалған сумманы урындағы халыҡ һәм спонсорҙар ярҙамында тормошҡа ашырыр инек.